Автор: Валишина Янылбика Равиловна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: Республика Башкортостан Баймакский район МОБУ ООШ
Населённый пункт: д. Карышкино
Наименование материала: статья
Тема: Һуғыш балалары
Раздел: среднее образование
Совет Армияһының ете һалдаты атаһы һәм
Рәсәй Федерацияһы сафында хеҙмәт итеп
ҡайтҡан ун һалдаттың ҡартатаһы, яугир Б
ѳ
й
ѳ
к
Ватан
һ
уғышы ветераны ғ
ә
зиз
ҡ
артатайым
Зәйнәғәбдин Ҡотсәләм улы Хужабиргановтың
яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.
Аяҙ күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре күренмәй. Бар донъяны нурға
мансып ,ҡояш йылмая.Яҙ етеүенә тәбиғәт тә һөйөнә.Ана, күрәһеңме, донъя
матурлығына һоҡланып,ниндәй генә ҡоштар һайрамай?!Йомарт яҙ һәр
кешегә үҙ йылыһын бөркә,йәшәугә дәрт өҫтәй. Эйе,илебеҙ тыныслығының
етмешенсе яҙы.Еңеү яҙы күңелдәргә йәм өҫтәй,әммә йөрәгем ниңәлер тынғы
таба алмай.Ҡартатайымдың фоторәсемен ҡулыма алам.Тере сағында
күрмәһәм дә,мин һине юҡһынам,ҡәҙерле ҡартатай.Ошо хистәрем тағы ла
ауыр уйҙарға әйҙәй...
Бөтә илебеҙгә яуыз дошман ябырылды.Тыуған еребеҙҙең азатлығы өсөн,
еңеүҙе яҡынайтыр өсөн һәр кем үҙ ҡулына ҡорал алды.Кемдәрҙер Тыуған
илен һаҡларға китте,ә кемдәрҙер тылда хеҙмәт итте, трактор арттарына
ултырҙы. Ҡартатайым Зәйнәғәбдин Ҡотсәләм улы 1942 йылдары башында
һуғышҡа алына һәм Волхов фронтының хәрәкәт итеүсе 366-сы уҡсылар
дивизияһында хәрби хеҙмәтен башлай.
Әле ҙур донъяның,һуғыштың ни икәнен белмәгән йәш егет үлем менән
күҙгә-күҙ осраша,тыуған ерҙең һәр ҡарышы өсөн атыша,һуңғы тамсы
ҡанынаса үҙ ерен һаҡлай.Фашистар менән ҡаты алыш ваҡытында яуыз
дошман пуляһы ҡартатайымдыңуң яҡ ҡабырғаһын яралай.Аңын юғалтып, яу
яланында ятҡанда әсирлеккә эләгә.Ниҙәр генә күрергә һәм кисерергә яҙмай
уға.
Бер яҡтан яра һыҙлауы үҙәктәргә үтә ,икенсе яҡтан,тотҡонлоҡтан
ҡотолоу юлын эҙләй...Ошо ваҡытта ҡартатайым хаҡында:”Баймаҡ районы
Абдрахман ауылы, Хужабиргәнов Зәйнәғәбдин Ҡотсәләм улы,фашистар
менән алышта ҡаты яраланды һәм батырҙарса һуғышып,29 декабрҙең 1943
йылында Витебск өлкәһендәге Ковшири районында ерләнде” тигән ҡағыҙы
ла килеп төшә...
Ә ул тотҡонлоҡтан ҡотолғандан һуң, Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт
итеүен дауам итә.Әммә ҡартатайыма, тотҡонлоҡтан ҡотолған кешегәбик
ауырға тап килә.Приказ буйынса әсирҙәгеләрҙе, һатлыҡ йәндәр тип
атайҙар.Икенсе ҡараш,кәмһетеүҙәр...Тере сәп тип уларҙы һуғыштың алғы
һыҙығында йөрөтәләр.Хоҙай ҡөҙрәтенәндер инде ҡартатайыма Еңеү көнөн
ҡаршылырға тура килә.Эйе ,Еңеүҙе ҙур шатлыҡтар һәм күкрәк тулы ордендар
менән ҡаршы алды.Витебски
ҙ
ы азат итеүҙәге батырлығы өсөн – Ҡыҙыл
Байраҡ ордены,Вильнюс ҡалаһын алыуҙа, Кенигсберг йүнәлешендә
күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ленин ордены, Хинган һәм 2-се дәрәжә
Суворов ордены һәм миҙалдары ...
Еңеү! Ниндәй оло шатлыҡ алып килде ул беҙгә!Инде хәҙер тыныс
тормошта ең һыҙғанын эшләргә лә бәхетле йәшәргә ...Ҡартатайым ошондай
хыялдар менән ҡайтһа ла әсир мөһөрө һаман да тыныс йәшәргә ирек
бирмәй.Уның һәр бер аҙымын күҙәтеп кенә торалар, бер туҡтауһыҙ
военкоматҡа саҡыралар. Әммә ул бирешмәй,тормош ауырлыҡтарына ҡаршы
тора, ең һыҙғанып эшләй бирә.Оҙаҡламай ғаилә ҡороп ебәрә,балалары тыуа. .
Ун балаһының изгелеген күреп ,уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп тырышып
йәшәргә лә йәшәргә...Әммә ауыр яҙмыш, һыҙланыуҙар,әсир мөһөрө, һуғыш
яраһы көндән –көн уның ғүмерен ҡыҫҡартҡан ...
Эйе, хәтирәләр йомғағын аҡтарыуы ауыр .Оло Еңеүгә 70 йыл үтһә лә,
һуғыш аша үткән яугирҙарҙы һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
Тормошобоҙ матурлығы өсөн көрәшкән ҡартатайымдың рухын
рәнйетмәҫмен.Һәр саҡ фоторәсемен ҡулға алған һайын үҙенең
кәңәштәрен ,өгөт-нәсихәттәрен ишеткәндәй булам.” Яу яланында һәләк
булғандарҙы, тылда ярҙам иткәндәрҙе, Еңеүҙе яҡынайтыусы һәр бер кешене
оло ихтирам менән иҫкә ал, улым!” –тип әйтә кеүек ул миңә.Был һүҙҙәр мине
дөрөҫлөккә, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә әйҙәй һәм күңелемдән генә :
“Һинең ейәнең исемеңә төп төшөрмәҫ, ҡәҙерле ҡартатай”,-тием мин .